logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

“Балаҫтарҙа- быуаттар тауышы”

01.12.2023

30 ноябрь көнө, Баймаҡ ҡалаһында район Ағинәйҙәр йыйыны һәм “Балаҫтарҙа- быуаттар тауышы” исемле күркәм конкурс үтте. Халҡыбыҙҙың милли асылын, мәҙәни мираҫын, рухи үҫешен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был сарала Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре лә ситтә ҡалманы. Хөрмәтле ағинәйҙәр Әлфиә Фазылъян ҡыҙы Арсланова (“Күңел утрауы” клубы) , Төйәләҫ ҡасабаһының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Ғәзимова Римма Сәйет ҡыҙы мәртәбәле жюри составында ҡатнаштылар.