“Киске Өфө”- беҙҙә ҡунаҡта
30 ноябрь көнө, 2-се һанлы моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре Республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәсәт- мәҙәни гәзите булған, иң абруйлы милли баҫмаларыбыҙҙың береһе, халыҡ яратып уҡыған – “Киске Өфө” гәзите вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе.
Мәртәбәле сарала республика «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы Гөлфиә Янбаева, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе, тыуған илем, туған телем, милләтем тип, янып-көйөп йәшәүсе, халыҡҡа үҙ һүҙен еткереп, үҙенең принциптарына тоғро булған башҡорт рухлы ханым Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе, йөрәге ҡушыуы буйынса ижадсы, шағир, драматург, аҫыл фекерле журналист, һөнәре буйынса уҡытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы “Киске Өфө” гәзитенең махсус хәбәрсеһе Радик Исмәғил улы Өмөтҡужин, Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы китапханаларында эшләп килгән төрлө клуб ағзалары, мәғариф ветерандары, рухлы, телһөйәр китапханасылар һәм китапханабыҙҙың иң яҡын дуҫтары- тормош ҡотон һаҡлаусы ағинәйҙәр ҡатнашты.
“Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙә матбуғаттың бөгөнгө хәле, милли баҫмаларға яҙылыу барышы, гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәләләр тураһында фекер алышынды, тәҡдим һәм фекерҙәр яңғыраны.
Этник мәҙәниәтте, рухи традицияларҙы, йолаларҙы, халыҡ педагогикаһының иң яҡшы өлгөләрен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт ҡатын-ҡыҙының һәм ир-егетенең йәмғиәттәге һәм дәүләттәге социаль статусын күтәреү, башҡорт ғаиләһен нығытыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү,үҫеп килгән йәш быуынды халыҡ педагогикаһына таянып тәрбиәләү тураһында төплө фекерҙәр яңыраны. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың гәзиттең киләсәген тотоп тороусы иң яҡын дуҫтары булыуын, шуның өсөн дә уларға сикһеҙ рәхмәтле икәнлеген еткерҙе. Киләсәктә лә ҡыҙыҡлы, тормошсан материалдар ебәреп, гәзиттең йөкмәткеһен бергәләп байытып дуҫ булып йәшәргә саҡырҙы.
Әлеге мәлдә республиканың ваҡытлы матбуғатына яҙылыу кампанияһы бара. Район һәм республика баҫмалары гәзит һәм журнал уҡыусыларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирә, төрлө акциялар ойоштора, бүләктәр вәғәҙә итә. Бөтә нәмәгә хаҡтар артҡан мәлдә гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа арзан түгел, әлбиттә, ләкин рухи аҙыҡ сығанағы булған баҫмалар үҙенең тоғро уҡыусыларын юғалтмаясағына өмөт итеп ҡалабыҙ.
– «Киске Өфөгә» яҙылыу – ул туған телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә беҙҙең аныҡ өлөшөбөҙ! -тигән изге уйҙа таралышты сарала ҡатнашыусылар.