6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

Ҡаршы алығыҙ – яңы китаптар!

19.12.2023

Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға 2 моделле китапхана-филиалына килгән өр- яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ! 📚📚📚

 

Билдәле яҙыусы-сатирик, журналист Венер Исхаҡовтың был китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тупланды. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, һәр кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы менән алдыра автор. Уның юмористик хикәйәләре ҡоро күңел асыуға, ауыҙ йырыуға түгел, ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхлаҡи етешһеҙлектәрҙе фашлауға ҡоролған. Был йыйынтыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр күңелендә лайыҡлы урын алыр тигән өмөттәбеҙ.

 

 

 

Шағирә булараҡ билдәле булған Мәрйәм Күсмәева һуңғы йылдарҙа байтаҡ сәсмә әҫәрҙәр яҙҙы. Ул, заманының әүҙем кешеһе булараҡ, бөгөнгө тормоштоң төрлө күренештәренә битараф булмауын, әрнеүҙәрен, борсолоуҙарын геройҙарының кисерештәре, ҡылыҡтары аша һүрәтләй.

 

 

 

 

 

 

Китапта Зифа Кадырованың “Урланған йәшлек”, “ Кем каргады?…” тип исемләнгән ике повесы урын алды. Төп геройҙар аша автор кеше тормошондағы төрлө кисерештәрҙе уҡыусыларға еткерергә теләй.

 

 

 

 

 

 

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәйевтың “Еҙ батмус” исемле китабына төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре тупланды.