“Ете ҡыҙ” брошкаһы
17 февраль көнө 2-се модель китапхана-филиалының “Күңел утрауы” клубында “Башҡорт ҡыҙы” брошкаһын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Йәш оҫтабикә Раушания Рамаҙанова милли биҙәүесте яһау нескәлектәренә өйрәтте. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙарының яратҡан шөғөлө булған эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән тотондо. Һәр кем бирелгән материал, сәйлән-тәңкәне ҡулланып, брошка эшләнеләр. Шуныһы ҡыуандыра, был шөғөл йәш быуынды ла ҡыҙыҡһындыра. Тик күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәүестәр эшләү түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ талап итә. Бындай осрашыуҙар тағы буласаҡ әле, сөнки бер ултырыуҙа ғына барыһына ла ирешергә мөмкин түгел. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға теләүселәрҙе “Күңел утрауы”нда көтөп ҡалабыҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 5-82-34, 89279418161