6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

Беҙҙең китапханала – яңы китаптар! Новые книги в нашей библиотеке!

21.03.2024

Хөрмәтле китап уҡыусыларыбыҙ!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға 2-се моделле китапхана-филиалына килгән өр- яңы китаптарҙы тәҡдим итәбеҙ!

Ғәйетбай Наил

Бабич: роман/ Наил Ғәитбай. – Өфө : Китап, 2023. – 464 бит

“Бабич” – башҡорт халҡының бөйөк улы Шәйехзада Бабич хаҡындағы тәүге күләмле әҫәр. Бабич образы быға тиклем күп әҫәрҙәрҙә шағир булараҡ ҡына һүрәтләнә. Ә Бабич шағир ғына булмаған бит! Ул дәүләт эшмәкәре, музыкант, мөхәррир, оҫта артист булыу өҫтөнә, бейеүҙәр һалған, концерттар ойошторған күп яҡлы талант эйәһе. Был романда автор Бабичтың төрлө һәләттәрен асып, уны бай рухлы, көслө шәхес, көрәшсе, оҫта сәйәсмән итеп күрһәтә. Шулай уҡ әҫәрҙең башынан аҙағынаса Бабичтың ҡаҙаҡ һылыуына булған
тулҡынландырғыс, тәрән һәм фажиғәле мөхәббәт тарихы ла һүрәтләнә.
Тарихи-мажаралы «Бабич» романы Башҡортостан Республикаһын ойоштороу осорондағы ысын булған ваҡиғаларға таянып яҙылған.

Ғәниева, Т.Ә.

Доньялар был …: хикәйәләр, эссе /  Тамара Ғәниева. – Өфө : Китап, 2023. – 512 бит.

Башҡортостан  халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның

” Доньялар был … ”  китабына төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм эсселары тупланған.

 

 

 

Ҡаһарманова, М.С.

Зәңгәр төймә : повестар, хикәйәләр / Миләүшә Ҡаһарманованың. – Өфө : Китап, 2023 – 304 бит.

Миләүшә Ҡаһарманова бөгөнгө башҡорт прозаһының популяр авторҙарының береһе. Уның әҫәрҙәре ҡағыҙ вариантта ла, электрон юлдар менән дә уҡыусылары араһында танылыу тапҡан. “Зәңгәр төймә” тип аталған өр-яңы йыйынтығында ла сағыу ижад өлгөләре тупланған.
Китапҡа өс повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйәләр индерелде. Уларҙың һәр береһендә үҙенсәлекле геройҙарҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы сюжеттар менән үрелеп бирелә. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәне лә (“Ут хәтере”), бөгөнгө көнө лә (“Вахта”), мөхәббәт эпопеяһы ла (“Мәскәү тигән баш ҡала”), фольклор мотивтары ла (“Зәңгәр төймә”) яйлы ғына урын тапҡан бында.
Һәр береһе уҡыусы күңелендә дауыллы хис-тойғолар уятып, илатып-көлдөрөп, унан йәндә өмөт, яҡты киләсәккә ышаныс ҡалдыра ла кеүек. Быға авторҙың бай, һутлы, бер аҙ мәрәкәсел теле лә булышлыҡ итә. Иң мөһиме – кешеләрҙең рухи булмышы бар.

Шулай уҡ Г. Якупова, С.Шарипов, Р.Камал, Г.Юнысова, Ә.Сафина, Ә.Саматова, Р.Ураҙғолов һ.б яҙыусыларҙың китаптары беҙҙең китапхана кәштәләренән урын алды.