6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

БЕР ОСРАШЫУ ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕР

17.04.2024

16 апрель көнө, 2-се моделле китапхана-филиалының”Күңел утрауы” клубында Рима Ғәзимова етәкләгән Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре менән эшлекле осрашыу үтте. Сарала Төйәләҫтең уңған ағинәйҙәре «Күңел утрауы» клубы ағзаларына нисек тәңкәне дөрөҫ итеп тишеү, ялтыратыу, көмбәҙ яһау серҙәренә өйрәтте.
Бындай файҙалы осрашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙарҙың оҫтабикәләр араһында даими үткәрелеп тороуы бигерәк тә ҡыуаныслы.
Ҡунаҡтарҙың үҙҙәре ижад иткән ҡул эштәренән – милли биҙәүестәрҙән ойошторолған күргәҙмәһе менән бер хайран итһә, оҫталыҡ дәресендәге йөкмәткеле һабаҡтары менән тағы ла нығыраҡ һоҡландырҙы. Сарала ағинәйҙәр матур итеп аралашып, һөнәрле булып, бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Афарин, Рима Сәйет ҡыҙы етәкселек иткән Төйәләҫ “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына, тип әйтке килә. Улар республика кимәлендә үткән төрлө күргәҙмәләрҙә, башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Күрше райондарға сығып, ошондай оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Юҡ, улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре түгел. Был эш өсөн улар эш хаҡы ла алмай. Улар был эште күңел ҡушыуы буйынса, үҙ иҫәптәренә башҡара. Милләттең аҫыл ҡомартҡыларын, йолаларын һаҡлау, башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас кәсептәрҙе тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшырыу – бына уларҙың изге маҡсаты.

16 апреля, в модельной библиотеке-филиале №2, участницы клуба “Ағинәйҙәр” села Туяляс (рук. Газимова Р.С.) для рукодельниц клуба “Күңел утрауы-Островок души” провели мастер-класс обучению сверления выпуклых монет для башкирских украшений в домашних условиях. Участники мероприятия узнали , какими инструментами пользоваться, технику сверления и безопасности.
На мастер-классе были подготовлены украшения из монет на нагрудные украшения — монисты и перевязи для национальных костюмов и украшений башкир.
Состоялась встреча рукодельниц в атмосфере взаимопонимания, тут и обмен опытом, предложение новых способов, секретов, применение материалов, новые идеи, которые хочется воплотить в жизнь.
Назира Идельбаева-Янбердина
Заведующая модельной библиотекой-филиалом №2, руководитель клуба “Күңел утрауы-Островок души”.