6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

“Ғүмерҙәрҙең гүзәл бер мәле”

05.10.2024

Оло йәштәгеләр көнө – тәрән аҡыл һәм изгелек байрамы 🌷
Көҙҙөң матур бер мәлендә, 3 октябрь көнө, 2-се моделле китапхана-филиалының “Күңел утрауы” клубында Ололар көнөнә арналған “Ғүмерҙәрҙең гүзәл бер мәле” исемле матур кисә ойошторолдо.
Кисәгә Төйәләҫ ҡасабаһынан”Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, ҡаланың абруйлы мағариф ветерандары, әҙәби ижадҡа һәм ҡул эшенә маһир ханымдар саҡырылғайны.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне.
Йәшлек хәтирәләренә бирелеп, татлы һағыштарға сумып әңгәмә ҡорҙолар.
Кисәнен икенсе өлөшө мәғариф ветераны Хәсәнова Мәрйәм Ишбулды ҡыҙының ҡарағас ағасының файҙаһы тураһында сығышы менән дауам итте. Ул ҡарағай бөрөһө, ылыҫы һәм сайырын дауа өсөн ҡулланыу хаҡында һөйләне, эшләгән төнәтмәләренән ауыҙ иттерҙе.
Сәй табыны артында һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар йыр-моң һәм шиғриәт менән үрелеп барҙы. Хәсәнова М., Закирова Г., Үҙәнбаева Р. Таштимерова Ф. үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлина Рима Барый ҡыҙының йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Бер ултырыу үҙе бер ғүмер, тип ололар юҡҡа әйтмәгән бит. Оло йәштәгеләр бер-береһе менән осрашып, аралашып, күңел асып, бүләктәр алып, киләһе осрашыуҙарға пландар ҡороп, саранан риза булып таралышты.

3 октября, в Модельной библиотеке-филиале №2 для участниц клуба «Күңел утрауы – Островок души» прошло мероприятие, посвящённое Дню пожилых людей.
Встреча прошла в атмосфере дружеского общения и улыбок, которая завершилась традиционным чаепитием и вручением подарков.