Иғтибар, яңы китап!
03.02.2025
Беҙҙең китапханаға Хәйҙәр Тапаҡовтың “ Йәшлеккә ҡайтыу” исемле яңы китабы килде, рәхим итеп алып уҡығыҙ!
Был китапҡа яҙыусының һуңғы йылдарҙа яҙған әҫәрҙәре ингән. Улар халыҡсан, мауыҡтырғыс тел менән яҙылған. Автор тәбиғәт күренештәрен, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе ентекле тасуирлай, оҫта итеп һүрәтләй, повестарҙағы, хикәйәләрҙәге образдар баҙыҡ, уларҙв беҙ яңы быуат кешеһенең уй-хыялдарын, ынтылыштарын күрәбеҙ.
Оценил 1 человек