Һөйөнсө:яңы китап!
Беҙҙең китапханаға күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яугир, ғалим һәм әҙип Рамаҙан Өмөтбаевтың “Көмөш даға” тип аталған китабы килде. Йыйынтыҡҡа авторҙың “Көмөш даға”, “Һарығолаҡ”, “Туй”, “Яйыҡ казагы” повестары һәм популяр хикәйәләре ингән. Баҫмала Рамаҙан Ғимран улының үҙе хаҡында яҙғандары менән дә танышырға мөмкин. Китап авторҙың тыуыуына 100 йыл айҡанлы нәшер ителгән.
Китапты рәхим итеп алып уҡығыҙ!
Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев 1924 йылдың 7 aпpeлендә Әбйәлил районының Әлмөxәмәт ауылында тыуа. 1942 йыл башында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1943 йылдың йәйендә Kуpcк дуғаһындағы яуҙарҙа ҡатнаша, Opёл ҡалаһы янында ауыр контузия ала. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дауаланып, кире сафҡа инә һәм 11-се гвapдия apмияһы составында Бaлтика дәүләттәрен дошмандан ҡайтарыуҙа ҡатнаша. 1945 йылдың ноябренән башлап «Cибaйалтын» руднигында эшләй, pудниктың комсомол ойошмаһының сәркәтибе була. 1947 йылдан ВКП(б)-ның, 1952 йылдан KПCC-тың Баймаҡ paйон комитетында эшләй, унда беренсе секретары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Сәйәси темаларға арналған китаптары донъя күрә. 1965—1967 йылдарҙа — Мәскәүҙең йәмғиәт фәндәре академияһы аспиранты. Бында Paмaҙaн Өмөтбaeв иҡтисад фәндәре кандидаты, иктисад буйынса бер нисә китап авторы булып таныла.
1967—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1982 йылда хеҙмәт юлын БACCP-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһында тамамлай. 1997 йылдың 24 авгусында вафат була.