“Матур ғаилә-ил күрке”
2-се һанлы моделле китапхана-филиалының “Күңел утрауы” ҡул эштәре һәм ижад клубында берҙәм, татыу, тырыш ғаиләләр шөғөлләнә. Улар араһында Мәрйәм һәм Рауил Хәсәновтар — ҡул эштәренә маһир, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа еңеүсе, ҡала кимәлендәге сараларҙа даими ҡатнашыусы музыкаль ғаилә.
Әлфиә һәм Ишкилде Ғафаровтар — оҫта ҡуллы, бик күп сараларҙың бағымсыһы булған тырыш ғаилә. Ғаилә башлығы Ишкилде Фазулла улы — “Универсал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе, тыуған ауылы Йәнйегеттең ысын патриоты. Ул мәктәп уҡыусылары өсөн бер нисә йыл рәттән үҙ премияһын булдырған. Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, яҡташ яугирҙәренә оло хөрмәт йөҙөнән иҫтәлекле “Еңеү аллеяһы” төҙөткән.
Бындай ғаиләләр менән ғорурланабыҙ!
Һеҙҙең алтын ҡулдарығыҙ, изге күңелегеҙ, берҙәм рухығыҙ — күптәр өсөн ысын өлгө. Халыҡ-ара Ғаилә көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар! Һәр ваҡыт шулай татыу, тырыш, илһамлы һәм сәләмәт булып ҡалығыҙ!
Йәнбирҙина Н.Ф.(“Күңел утрауы”клубы етәксеһе)