6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

«Таҫтар – милли мираҫ өлгөһө”

31.05.2025

30 май көнө 2-се моделле китапхана-филиалының «Күңел утрауы» ҡул эштәре һәм ижад клубында сираттағы осрашыу үтте.
Был юлы ҡатнашыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли баш кейеме — таҫтар менән танышты.

Таҫтар — башҡорттарҙа олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар башына урай торған, ике осо сигеүле оҙон аҡ митҡал йә башҡа кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән милли баш кейеме.
40–45 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, аҡ төҫтәге туҡыманан эшләнгән таҫтар ябынған. Ул яулыҡтан ҙурыраҡ һәм оҙонораҡ булған. Көнсығыш башҡорттарындағы таҫтарҙың оҙонлоғо өс метрға еткән. Таҫтарҙы, ғәҙәттә, маңлайҙы ҡаплап торған биҙәкле таҫма — һарауыс менән бергә ябынғандар. Урта һәм Көньяҡ Башҡортостанда иһә таҫтарҙы асыҡ төҫтәге ситса туҡыманан, ике метр самаһы оҙонлоҡта тегкәндәр.

Осрашыуҙа Байрамғолова Рәшиҙә Мостафа ҡыҙы үҙ ҡулдары менән эшләгән таҫтарҙы күрһәтте, сигеү алымдары, орнаменттарҙың мәғәнәһе тураһында ентекле аңлатма бирҙе.
Рәшиҙә ханым төрлө ижади сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уның таҫтар биҙәү өлгөһө менән әҙерләнгән эше «Тәңкәбикә» Халыҡ-ара марафонында 2-се урын яулаған һәм Дипломға лайыҡ булған.

Осрашыу бик йәнле һәм файҙалы үтте. Сарала ҡатнашыусылар күп мәғлүмәт алды, һорауҙар бирҙе, тәьҫораттар менән уртаҡлашты.

Ҡул эштәренә ғашиҡ булғандар өсөн саралар дауам итә! Белешмәләр өсөн телефон: 5-82-34.
Йәнбирҙина Н.Ф., клуб етәксеһе

“Таҫтар — изящное наследие башкирской женщины!”

30 мая в  клубе «Күңел утрауы-Островок души» прошло занятие, посвященное женскому головному убору башкирского национального костюма — таҫтар.
Занятие провела умелица Рашида Байрамгулова, чья работа заняла 2-е место на Международном марафоне «Тәнкәбикә».
Встреча прошла в тёплой и вдохновляющей атмосфере.

Мастер-классы для любителей рукоделия продолжаются! Ждём всех желающих! Справки по телефону: 5-82-34

Янбердина Н.Ф., руководитель клуба