6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

«Атайсал» – Урал аръяғының һулышы, күңел көҙгөһө

25.06.2025

Һынаулы мәғлүмәт заманында ышаныслы, йөкмәткеле баҫмаларҙың ҡиммәте айырыуса ҙур. Шундай рухи терәк булырлыҡ баҫманың береһе -«Атайсал» төбәк гәзите. Ул үҙенең тоғро уҡыусылары, киң фекерле авторҙары, ихлас ҡабул ителгән мәҡәләләре менән башҡаларҙан айырылып тора.
Гәзит биттәрендә Урал аръяғының үткәне һәм бөгөнгөһө, ауылдарҙың ижтимағи тормошо, милли асылыбыҙ, уңған яҡташтарыбыҙҙың эшмәкәрлеге сағылыш таба. Уны төрлө йәштәге уҡыусылар яратып уҡый, һәр һанын көтөп ала.
2-се модель китапхана-филиалында эшләп килгән «Күңел утрауы» ижад һәм ҡул эштәре клубы ағзалары йыл һайын гәзиткә ихлас яҙылалар.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, үҙешмәкәр композитор Галина Римма Барый ҡыҙы — «Атайсал»дың даими һәм тоғро уҡыусыһы. Уның һүҙҙәре гәзиттең йөкмәткеһен тулы сағылдыра:

“Атайсал” — йөрәкте йылытырлыҡ һүҙҙәр, үҙ халҡың, үҙ ерең менән ғорурланыу тойғоһо. Һәр һанын асып уҡымайынса күңелем тынмай».
Медицина хеҙмәте ветераны, оҫта ҡуллы әүҙем ағинәй Миңһылыу Тәржемән ҡыҙы Йәндәүләтова ла гәзитте даими алдыра:

“Атайсал”— гәзит кенә түгел, ул беҙҙең халҡыбыҙҙың йөҙө, үҙебеҙҙең тормошобоҙ. Унда хеҙмәт кешеһенең бөйөклөгөн сағылдырған, йөрәктән сыҡҡан яҙмалар бар. Шундай баҫмалар ғына быуындар бәйләнешен һаҡлай».

Ғәббәсов Хөснулла Эдуард улы — гәзиттең һәм китапхананың тағы бер тоғро уҡыусыһы. Ул «Атайсал»ды тап рухи бәйләнеш, яҡташтар менән аралашып йәшәү сығанағы тип һанай:
«Атайсал»ды уҡыған кеше яҡташтарының тормошо менән йәшәй, үҙе күрмәгәнде күҙ алдына килтерә, күңеленә яҡтылыҡ ала. Был гәзит — тыуған яҡ менән бәйләнеш ебе».

«Атайсал» төбәк гәзите – халыҡ тауышы, күңелгә яҡын фекерҙәр майҙаны, рухи сығанаҡ. Яңы һандары баҫылып сыҡҡан һайын халыҡ тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителә.
Әгәр ҙә һеҙ ҙә Башҡортостан ауыл-ҡалаларының тормошо, мәҙәни яңылыҡтар, илһөйәр кешеләр яҙмышы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ икән — «Атайсал» гәзитенә яҙылығыҙ!

📌 Урындағы «Атайсал», «Сибайский рабочий» баҫмаларына һәм башҡа республика гәзит-журналдарына онлайн, «Башкортостан Республикаһы» нәшриәт йорто сайтында яҙылырға мөмкин: rbsmi.ru/catalog/po..
Шулай уҡ Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 22 адресы буйынса яҙылыу бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, телефондары: 8-967-749-66-02;
8 (34775) 2-55-02
Матбуғат баҫмаларына яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ!
Почта аша—802 һум 38 тин.
Редакция аша —720 һум.

Нәзирә Иҙелбаева-Йәнбирҙина
«Күңел утрауы» клубы етәксеһе

   =   

#КультураСибай#БиблиотекиСибая
#Модельнаябиблиотекафилиал2
#Атайсал#Матбуғут202#Күңелутрауы