6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

Балалар милли кейем серҙәрен аса!

15.09.2025

12 сентябрь – Милли кейем көнө уңайынан «Күңел утрауы» клубы ағзалары Сибай ҡалаһының 7-се һәм 8-се мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашты.

Оҫтабикәбеҙ Арсланова Әлфиә Фазылйән ҡыҙы балаларға башҡорт милли кейеменең тарихы, халҡыбыҙҙың борондан килгән йола-ғөрөф – ғәҙәттәре менән таныштырҙы, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренең мәғәнәһен аңлатты.

Был осрашыу уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыу уятты, улар өсөн үткәнгә бер сәфәр булды, ә һәр әйтелгән һүҙ күңелдәрендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.

Ошондай саралар йөрәктәрҙе йылыта, балаларҙа үҙ халҡына ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләй. Милли кейем аша улар үткән менән киләсәкте бәйләп, үҙҙәрен башҡорт халҡының ҙур һәм татыу ғаиләһенең ҡәҙерле өлөшө итеп тойоуҙары айырыуса ҡыуаныслы.