6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

Моң менән тулы китап

09.10.2025

Хөрмәтле китап уҡыусылар!

Һеҙҙең иғтибарығыҙға илһамлы автор, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Фәниә Кәримованың «Ҡурайсылар иле» исемле яңы йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ!

Был китап — ҡурай моңо, йыр, йөрәк һәм туған ергә мөхәббәт тураһында. Ул ҡурайсыларҙың бай рухи донъяһын, уларҙың яҙмышы һәм ижады аша башҡорт халҡының күңел байлығын аса.

«Ҡурайсылар иле» — күңелдәргә илһам, йөрәктәргә нур өҫтәр китап.
Ул китап уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә оҡшаясаҡ.