6+
logo
Модельная библиотека-филиал №2
Муниципального бюджетного учреждения культуры «Сибайская централизованная библиотечная система» городского округа город Сибай Республики Башкортостан

Режим работы:


01 сен. – 31 мая
ПН-СБ: 10:00-19:00
Выходные дни: ВС
01 июн. – 31 авг.
ПН-ПТ: 09:00-18:00
Выходные дни: СБ-ВС

Йәнгә яҡын китап – «Атай икмәге» 

18.10.2025

19 октябрь – Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнә. Был әһәмиәтле байрам – ғаиләбеҙҙең терәге, бала саҡ йылыһы булған атайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереү көнө.

Ошо байрам айҡанлы китап уҡыусы дуҫтарыбыҙға Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» тигән йән тетрәткес китабын уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Әҫәрҙә атай ҡулдарының йылыһы, ауыл икмәгенең еҫе, бала саҡ хәтирәләре аша ғаилә ҡиммәттәре сағыла.
Китаптың һәр битендә – наҙ, һағыш һәм атайҙарға мәдхиә.

Күңелегеҙҙе йылытып, атай һөйөүен тағы ла тәрәнерәк тойғо менән ҡабаттан кисергегеҙ килһә – «Атай икмәге» китабын беҙҙең китапхананан алып уҡырға мөмкин!

!