Шиғырҙары – күңел көҙгөһө
«Күңел утрауы» клубы ҡул эштәре оҫталарын ғына түгел, ә ижади, һәләтле кешеләрҙе лә берләштерә.
Клуб ағзалары шиғырҙар яҙа, төрлө мәҙәни сараларҙа, республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша.
Шундайҙарҙың береһе – Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы Хәсәнова.
Ул – педагогик хеҙмәт ветераны, оҫта ҡуллы, өлгөлө ғаилә хужабикәһе, илем, ерем, телем тип йәшәгән йәмәғәтсе, рухлы, матур шиғырҙар ижад итеүсе автор. Ижад – уның тормош юлы, ә шиғырҙары — күңел көҙгөһө.
Мәрйәм Ишбулды ҡыҙының шиғырҙар шәлкеме «Йәшлек» гәзитендә донъя күреүе – беҙҙең өсөн айырыуса ҙур ғыуаныс булды.
Был – уның талантына, тырышлығына һәм рухи байлығына лайыҡлы баһа.
Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы!
Дәртегеҙ, илһамығыҙ һүнмәһен- һүрелмәһен, ижад юлығығыҙ оҙон булһын!
Нәзирә Иҙелбаева-Йәнбирҙина
2-се модель китапхана-филиалының
«Күңел утрауы» клубы етәксеһе.

