Рух һәм нур өләшкән ғүмер
Бөгөн күренекле мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, абруйлы ағинәй – Байназарова Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай.
Был байрам — уның хеҙмәткә, халыҡҡа һәм рухи ҡиммәттәргә тоғро булып йәшәгән лайыҡлы, сағыу ғүмер юлына ихтирам билдәһе.
Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы — бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған изге күңелле шәхес. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, ул бихисап уҡыусыға төплө белем биреп, тормошҡа юл күрһәтте, күңелдәренә яҡтылыҡ орлоҡтары һалды. Хаҡлы ялда булһа ла, әле лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл-ҡала тормошона ҙур өлөш индерә һәм ағинәйҙәр хәрәкәтендә абруйлы урын биләй.
Башҡорт рухлы, үҙ халҡының ысын патриоты булараҡ, ул милли ҡиммәттәрҙе һаҡлау, туған телде һәм мәҙәниәтте үҫтереү эшендә һәр ваҡыт алғы сафта тора. Төйәләҫ ауылында Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы «Ағинәйҙәр» клубын һәм Тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойошторған, шулай уҡ 2-се китапхана-филиалындағы «Күңел утрауы» клубы эшендә лә ҙур әүҙемлек күрһәтә..
Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең тоғро дуҫы һәм кәңәшсеһе булараҡ, уның тәҡдиме һәм ярҙамы менән китапханаларҙа бихисап осрашыуҙар һәм кисәләр ойошторола. Һәр сараны ул ихласлыҡ һәм йән йылыһы менән үткәрә, рухи һәм мәҙәни үҫешкә ҙур өлөш индереп, йәш быуынға милли рух һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй.
Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы кешеләрҙең лайыҡлы хеҙмәтен күрә һәм баһалай белеүе менән дә айырыла. Ул тарихи шәхестәрҙе, хеҙмәт һөйөүсән һәм ябай, изге күңелле кешеләрҙе эҙләп таба, уларҙың яҙмышын өйрәнә һәм матбуғатҡа ихлас мәҡәләләр яҙа. Ысынлап та, таштар араһынан ынйы тапҡан кеүек, ул халыҡ араһындағы аҫыл заттарҙы күрә һәм башҡаларға ла таныта. Һәр эште ул ҙур ихласлыҡ һәм йән йылыһы менән башҡарып, күптәрҙе изге эштәргә дәртләндерә.
Хөрмәтле Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы!
Һеҙҙе ихлас күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һеҙҙең изге эштәрегеҙ, йылы һүҙегеҙ һәм аҡыллы кәңәштәрегеҙ тағы ла күп йылдар халыҡҡа хеҙмәт итһен.
Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын!
Нәзирә Иҙелбаева-Йәнбирҙина
2-се модель китапхана-филиалының
«Күңел утрауы» клубы етәксеһе

