Тел – халҡыбыҙҙың рухи мираҫы
18.04.2026
17 апрелдә 2-се модель китапхана хеҙмәткәрҙәре «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2026» белем биреү акцияһы сиктәрендә Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында ойошторолған диктант яҙыуҙа ҡатнаштылар.
Акцияның девизы: «Тел – халҡыбыҙҙың рухи мираҫы».
Диктанттың маҡсаты – Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен популярлаштырыу, шулай уҡ тел мәҙәниәтен күтәреү.
Диктантты Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Гөлнара Юлай ҡыҙы Иҙрисова уҡыны.
Сара аҙағында диктант яҙыусыларға халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашыуын раҫлаусы сертификаттар тапшырылды.
Акция башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм уны һаҡлауға йүнәлтелде.
