Күңелдәрҙе яҡынайтҡан китап
20 май көнө Сибай ҡала мәҙәниәт йортонда күңелдәргә йылы нур өҫтәгән, рухты байытҡан матур сара – Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы Байназарованың ижадына арналған “Донъям йәмле һеҙҙең менән” китабының тантаналы исем туйы үтте. Был осрашыу ысын мәғәнәһендә оло рух байрамына әйләнде.
Сараға авторҙың балалыҡ дуҫтары, ауылдаштары, мәҡәләләр геройҙары, Күсей ауыл биләмәһе вәкилдәре, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ китап һөйөүселәр йыйылды. Китапта Күсей, Иҫәнбәт, Төйәләҫ ауылдары кешеләре, төрлө һөнәр эйәләре тураһында яҙылған йөкмәткеле мәҡәләләр урын алған. Китап тыуған ерҙең тарихын, кешеләр яҙмышын һәм хеҙмәтен сағылдырған ҡиммәтле рухи хазина булып тора.
Сара барышында балаларҙың, ейәндәрҙең һәм билдәле артистарҙың сығыштары байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Йылы аралашыу, ихлас хәтирәләр һәм музыкаль номерҙар кисәне тулыландырҙы.
Китапта Сәғиҙә апайҙың тормош юлы, хеҙмәте, шәжәрәһе һәм ижтимағи эшмәкәрлеге ентекле сағылдырылған. Бай фотоматериалдар менән биҙәлгән баҫма уҡыусы күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдыра.
Минең өсөн был сара айырыуса әһәмиәтле булды. Китапта минең китапхана эшмәкәрлегем һәм “Күңел утрауы” клубы тураһында ла яҙылыуы ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Хеҙмәттең баһаланыуы яңы илһам өҫтәй.
Китапты әҙерләүселәргә һәм нәшер итеүселәргә китап уҡыусылар исеменән ихлас рәхмәт белдерелде. Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы Байназароваға ауыл тарихын, кешеләр яҙмышын һаҡлап ҡалдырған ҙур хеҙмәте өсөн айырым рәхмәт әйтелде. Әлнисә Алдырханова-Кәримоваға китапты әҙерләүҙә һәм исем туйын юғары кимәлдә ойоштороуҙағы тырышлығы өсөн оло рәхмәт еткерелде.
Сәғиҙә апайға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади илһам һәм именлек теләйбеҙ. Ижад шишмәһе бер ҡасан да һүрелмәһен! Ошондай йөкмәткеле осрашыуҙар йышыраҡ, ә китаптың юлы ҡотло, уҡыусылары күп булһын. Донъябыҙҙы һәр саҡ изге эштәр һәм яҡты кешеләр генә йәмләһен!
Нәзирә Иҙелбаева-Йәнбирҙина
2-се модель китапхана-филиалының
«Күңел утрауы» клубы етәксеһе

