Бөгөн — Башҡортостанда милли кейем көнө
19.04.2024
#БиблиотекиСибая
#Күңелутрауы
#Модельнаябиблиотекафилиал2
Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла.
Милли кейем — мәҙәниәт,
Халыҡтың асылы ул.
Боронғо ҡәүемдә йәшәп,
Бөгөндә асыла ул.
Милли кейем — сал тарих ул,
Сатнамаҫтай көҙгө ул.
Донъялағы һәр халыҡтың
Үҙенә хас йөҙө ул.
Милли кейем — ҡомартҡы ул,
Нәҙере сал быуаттың.
Милли миллионға нәҙер,
Һаҡланыр көс булаттан.
Милли кейем уңмай торған,
Туҙмай торған асылым.
Асылымда хасил булып,
Хәс ил булып асылам.
Милли кейем – асыл ул.
Зөлфирә Ҡарағужина.